-3 °С
Ҡар
Был хәл Калинин районы Ҡулса урамында теркәлә. Ҡыҙ әсәһе менән бергәләп урамға сығырға йыйына. Бала үҙен насар тойоп киткәс, саф һауа һуларға балконға сыҡҡан. Ул асыҡ тәҙрәнән ҡарап торғанда башы әйләнеп, ҡолап килеп төшә. Ярай әле тәҙрә төбөндә көрт булыуы ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Әлеге ваҡытта ул дауаханаға оҙатылған.
Фото: Новости Уфы и Башкортостана на сегодняшний день (newsbash.ru).