«Ҡалабыҙҙағы бөтә таныштары һүҙҙәренсә, был көндө ул бер әхирәте менән дә осрашмаған. Кристина телефонһыҙ сығып киткән. Беҙ тәүҙә уны онотҡандыр, тип уйлағайныҡ. Телефонын ҡарағас, ундағы бөтә бәйләнеш номерҙары, хәбәрҙәрҙең юйылғанын күрҙек. Ул бүтәнсә бәйләнешкә сыҡманы», - тип һөйләй әсәһе Ирина Наумова.
Кристина юғалғас, уның хеҙмәттәштәре туғандары менән бәйләнешкә ингән. Улар хеҙмәттәшенең сәйер генә хушлашыуын белдергән.
«Быға тиклем ул егете менән ташлашҡайны. Кристина 3-4 көн өндәшмәй ултырҙы, бөтөнләй бер нимә лә һөйләмәне. Шуға әхирәте менән күрешергә теләгәс, Кристина йөрөп килһен, тип уйланыҡ. Бер ни ҙә уйҙа булманы. Ә телефонды беҙ өйҙә иртәнсәк кенә таптыҡ, – ти әсәһе.
Фото: Новости Нефтекамска сегодня: происшествия на сайте Newsbash.ru.