Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 18:10

Башҡортостанда "Иретеп йәбештереү технологиялары" буйынса яңы оҫтахана асылды

WorldSkills халыҡ-ара стандарттарына ярашлы төҙөлгән яңы оҫтахана Иглин ауылында Башҡорт агросәнәғәт колледжы филиалында асылды. Заманса  ҡорамалдар менән йыһазландырылған оҫтахана эшсе кадрҙарҙың квалификацияһын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. 

Башҡортостанда "Иретеп йәбештереү технологиялары" буйынса яңы оҫтахана асылды
Башҡортостанда "Иретеп йәбештереү технологиялары" буйынса яңы оҫтахана асылды

Иретеп йәбештереүселәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Яңы оҫтахана ярҙамында колледж студенттары заманса производствола талап ителгән һөнәргә эйә буласаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: