Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 12:51

Башҡорт ғалимәләре - әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре

"Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте идараһында 15 фән докторы, 30-ҙан ашыу кандидаты бар", - тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, йәмғиәт рәйесе, үҙе лә ғалимә булған Гөлнур Ҡолһарина. 

Башҡорт ғалимәләре - әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре
Башҡорт ғалимәләре - әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре

Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы белдереүенсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең төп йүнәлештәренең береһе - йәш быуынға рухи-әхлаҡи, патриотик тәрбиә биреү. 

"Рухи ҡиммәттәрҙе туған телде, мәҙәниәтте һәм халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлау һәм таратыу - беҙҙең ойошманың даими өҫтөнлөклө бурысы. Беҙҙең ғилми хеҙмәттәрҙә башҡорт халҡының менталь аңы үҙенсәлектәре, донъяның милли картинаһы сағылыш ала, халыҡ ижадында мәҙәни мәғлүмәтте һаҡлау спецификаһы һ.б. өйрәнелә", - ти ғалимә.

Байрамығыҙ менән, беҙҙең гүзәл зат профессорҙар, ғилми хеҙмәткәрҙәр!

Фото: vk.com (Г. Ҡолһарина сәхифәһенән)

Башҡорт ғалимәләре - әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре
Башҡорт ғалимәләре - әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: