Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 12:05

Балаларҙы мәсхәрә итеүселәргә яза ҡаты буласаҡ...

Педофилдарҙы ғүмерлеккә хөкөм итеү тураһында закон ҡабул ителде.  

Балаларҙы мәсхәрә итеүселәргә яза ҡаты буласаҡ...
Балаларҙы мәсхәрә итеүселәргә яза ҡаты буласаҡ...

Был яза бәлиғ булмаған балаларға, ике йә унан күберәк сабыйҙарға ҡарата енси енәйәт ҡылыусыларға янай. Закондың нескәлектәрен Дәүләт Думаһы депутаты Вячеслав Володин аңлата.

«Әлеге ҡануниәттең етешһеҙлектәре күп. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 13 йәшлек ҡыҙҙы бер нисә тапҡыр көсләгән педофил ни бары 3,5 йылға ғына иркенән мәхрүм ителде. Ә был ғәҙелме? РФ Енәйәт кодексының 134 статьяһына ярашлы, ул кәмендә ун йылға хөкөм ителергә тейеш. Был тәүге осраҡ түгел. Ошо сәбәпле, мин прокуратураға мөрәжәғәт иттем һәм ошондай енәйәтселәрҙе хөкөм иткәндә хоҡуҡтарҙы ҡулланыу тәжрибәһенә күҙәтеү үткәреүҙе һораным», – ти депутат.

Володин һүҙҙәренсә, енәйәт тәүге тапҡыр ҡылынған булһа ла, педофилдарға мөмкин тиклем ҡаты яза бирергә кәрәк. Ошо йүнәлештә законды камиллаштырырға ниәтләй ул.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: