Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 12:43

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө

Был дата 1999 йылда РФ Президенты Борис Ельциндың 717-се Указы менән булдырылған. 8 февраль юҡҡа ғына һайланмаған.

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө
Бөгөн – Рәсәй фәне көнө

Был көндө, йәғни 1724 йылдың 28 ғинуарында (иҫке стиль менән) император Петр Беренсе Рәсәй Фәндәр академияһын булдырған. СССР осоронда Фән көнө апрелдең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән.

Ҡыҙыҡлы факттар

Рәсәй ғалимәһе Софья Ковалевская (1850 – 1891) донъяла ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң тәүге математика профессоры булған.

Америка физигы Д. Нельсон ҡар бөртөктәре төрҙәре һандан һуң 768 нуль менән иҫәпләнеүен асыҡлаған. Оҡшаш ҡар бөртөктәре булмай, имеш.

Британия ғалимдары донъя фәне проблемаһын атаған. Ул – бөтә тикшеренеүҙең инглиз теленә тәржемә ителмәүе.

1869 йылда Д. Менделеев химик элементтар таблицаһын төҙөгән. Легендаға ярашлы, ғалим был периодик таблицаны төшөндә күргән. Тик Менделеев үҙе быны инҡар иткән. Ғалим был эшенә 20 йылын бағышлаған.

Иң юғары IQ кимәле, баҡһаң, физик-теоретиктарҙа була икән.

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө
Бөгөн – Рәсәй фәне көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: