Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 08:57

"Айыҡ ауыл - 2021" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар халҡы мәшғүллек үҙәктәре менән бәйләнештә

Конкурс сәләмәт тормошто таратыу, эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу маҡсатында ойошторола һәм уның буйынса башҡа йүнәлештә лә бик күп сара үткәреү ҡаралған. Мәҫәлән, мәшғүллек үҙәктәрендә "ҡыҙыу бәйләнеш" аша консультациялар биреү ойошторола.

"Айыҡ ауыл - 2021" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар халҡы мәшғүллек үҙәктәре менән бәйләнештә
"Айыҡ ауыл - 2021" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар халҡы мәшғүллек үҙәктәре менән бәйләнештә
2021 йылдың октябренән 2022 йылдың ғинуарына тиклем махсус телефонға 2040 кеше шылтыратҡан. Шуларҙың 1223-ө ҡатын-ҡыҙ, 817-һе - ир-ат. Иң күбе 31 - 49 йәшлектәр мөрәжәғәт иткән. Шылтыратыусылар вакансиялар менән ҡыҙыҡһынған, адреслы социаль ярҙам алыу тураһында белешкән.
Рәсәйҙә ғәмәлгә ашырылған "Демография" милли проекты маҡсаттары араһында халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса күҙалланған саралар ҙа бар. Беҙҙең "Айыҡ ауыл" республика конкурсы бер нисә милли проекттың маҡсатына ярашлы үткәрелә.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
 
 
 
"Айыҡ ауыл - 2021" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар халҡы мәшғүллек үҙәктәре менән бәйләнештә
"Айыҡ ауыл - 2021" конкурсында ҡатнашыусы ауылдар халҡы мәшғүллек үҙәктәре менән бәйләнештә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: