Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2022, 13:22

Ҡайһы район башлығы һөҙөмтәлерәк эшләй? Ә кем хөртөрәк?

Нисек уйлайһығыҙ? Фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. 

Ҡайһы район башлығы һөҙөмтәлерәк эшләй? Ә кем хөртөрәк?
Ҡайһы район башлығы һөҙөмтәлерәк эшләй? Ә кем хөртөрәк?

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында ҡыҙыҡлы һораулама үткәрелде. Унда республика халҡы район-ҡала етәкселәренең, төрлө власть структураһының эшмәкәрлегенә баһа бирҙе.

Иң юғары баһа Әбйәлил, Ауырғазы, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡыйғы, Тәтешле һәм Шаран райондары етәкселәренә бирелде. Халыҡ фекере буйынса, Иглин, Мишкә, Нуриман, Өфө, Белорет, Бөрө, Учалы райондарында хәлдәр насар. Һорауламала ҡатнашыусыларҙың күбеһе әлеге райондарҙа юлдарҙың насар булыуына зарлана.

Ҡалалар араһында Күмертау һәм Сибай алдынғылыҡты бирмәй, халыҡтың 94 проценты ошо ҡалаларҙың мэрҙарына ыңғай баһа биргән. Аутсайдерҙар — Өфө һәм Салауат.

Дөйөм алғанда, муниципаль власть органдарының эше менән тауыш биреүселәрҙең 80,4 проценты ҡәнәғәт. Иң юғары баһаны электр һәм газ менән тәьмин итеү идаралыҡтары алған (һорауламала ҡатнашыусыларҙың 94,3 һәм 92,5 проценты). Күпселек халыҡ автомобиль юлдарының сифаты менән ҡәнәғәт түгел (65,9%). 

Өфө халҡын иһә йәнә лә автомобиль юлдарының һәм транспорт хеҙмәтләндереүен ойоштороу сифаты борсой. Өфөлөләр яңы мэрҙың эше менән бөтөнләй ҡәнәғәт түгел.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, халыҡты иң борсоған проблемалар булып юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йорттарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡала. Етәкселәр иң тәүҙә ошоларға иғтибар итергә бурыслы.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: