+11 °С
Болотло
Валерий Нассонов исемендәге спелеологтар клубы һәм Рус география йәмғиәте ойошторған экспедиция эштәре һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районындағы «Октябрьский» мәмерйәһендә яңы зал асылған. Хәҙер объекттың ер аҫты юлының дөйөм оҙонлоғо 3047 метр тәшкил итә.
Спелеологтар Афанасьев емереклектәрен (тоҡомдар өйөлөп ятҡан) үткән. Был бик ҡатмарлы юл булған. Уның артында иһә яңы юлдар асылған. Оҙонлоғо 627 метрға етә. Залдың оҙонлоғо – 90, киңлеге – 15, бейеклеге 60 метр.
Фото: БР Туризм буйынса дәүләт комитеты сайтынан (“Октябрь” мәмерйәһе)