Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 21:35

Юл фажиғәләре - 6 февраль

Кисә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 6 февраль
Юл фажиғәләре - 6 февраль

Иртәнге сәғәт етелә Сибайҙа 30 йәшлек ир "Mitsubishi Lancer Cedia" машинаһында юлдан осоп, йортҡа барып бәрелгән. Водитель менән уның ике пассажиры, 30 һәм 29 йәшлек ирҙәр, дауаханаға оҙатылған.

Тәүлек эсендә 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 65 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: