Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, былтыр был йәһәттән ҙур ғына эш башҡарылған. Норматив-хоҡуҡи база ла төҙөлгән. Проекттар бар. Инвесторҙар ҡыҙыҡһына.
- Әлеге ваҡытта дөйөм суммаһы 8 млрд һум тәшкил иткән 78 инвестпроектты ғәмәлгә ашырыуға бәйле 64 инвесторҙың башланғысы буйынса һөйләшеүҙәр бара. Быйыл беҙгә заманса объекттар төҙөлөүен күрһәткән аныҡ һөҙөмтәләр кәрәк, - тине Андрей Назаров.
БР Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, 2024 йылға ҡуйылған бурыстарҙы иҫәпкә алып, инвесторҙарға уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән, былтыр төбәк һәм муниципаль-ара юлдары буйында хеҙмәтләндереү объекттары төҙөүгә ҡарата инвестпроекттарҙың суммаһы 20 миллион һумға тиклем, эш урындары 25-тән 15-кәсә төшөрөлдө. Йәғни был инвесторҙың 20 миллион һумғаса аҡса һалыуын һәм 15 эш урыны булдырыуын күҙ уңында тота.
Андрей Назаров муниципаль берәмектәр башлыҡтарына быйылға ҡуйылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшергә ҡушты.
БР Ер һәм мөлкәт министрлығына 1 мартҡа тиклем ер участкалары категорияларын юл буйы сервисы объекттарын урынлаштырыуға яраҡлаштырыу йөкмәтелде. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы квартал һайын юл буйы сервисы өлкәһендә инвестпроекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы мониторингыларға тейеш.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.