Ошо уҡ схема буйынса аферистар тоҙағына эләккән 82 йәшлек пенсионер «курьерға» 100 мең һум аҡсаһын биргән.
75 йәшлек ҡатын "зыян күреүсенең адвокатына" 100 мең һумдан ашыу аҡсаһын тотторған.
76 йәшлек ир ялған "полиция хеҙмәткәренә" ышанып, бәләгә тарыған ейәнсәрен ҡотҡарырға ашығып, 270 мең һум аҡсаһынан яҙған.
Ә 82 йәшлек ҡатын менән аферистарҙың спектакле килеп сыҡмаған: әбей 1 миллион һум талап иткән аферисты тыныс ҡына тыңлаған да, һөйләшеүҙе өҙөп, ейәненә шылтыратҡан. Ейәненең имен-аман өйҙә булыуын белгәс, полицияға шылтыратып, аферистар тураһында хәбәр иткән. Үәт, исмаһам, маладис!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.