Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 21:40

Удмуртияла «Газель» автомобилендә ике яҡташыбыҙҙың кәүҙәләре табылған

«Газель» машинаһында 36 йәшлек ирҙәр Удмуртия биләмәһе аша Киров өлкәһенә китеп барған.

Удмуртияла «Газель» автомобилендә ике яҡташыбыҙҙың кәүҙәләре табылған
Удмуртияла «Газель» автомобилендә ике яҡташыбыҙҙың кәүҙәләре табылған

5 февралдә улар һуң ғына Ярский районындағы юл буйы кафеһына ҡапҡылап алырға инә. Икенсе көндө полицияға кафе янында бер тәүлектән ашыу эшләгән двигателе менән транспорт тороуы хаҡында хәбәр итәләр.

Хоҡуҡ һаҡсылары автомобилдең кабинаһында ике ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Үлемгә газ менән ағыуланыу сәбәпсе булыуы ихтимал.

Әле тикшереү бара.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: