Шундай объекттар булыуы халыҡ йәшәйеше сифатына кире йоғонто яһай.
Хөкүмәт Рәйесе етәкселегендә үткән сираттағы кәңәшмә төҙөлөп бөтмәгән объекттар һанын кәметеү мәсьәләләренә арналды. Унда район һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.
2019 йыл башына беҙҙә 2,3 мең “туңған төҙөлөш” булған. Быны Рәсәйҙең Иҫпә палатаһы һанаған. Башҡортостан “ҡыҙыл зона”ға эләккән.
Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙең етәкселек был эшкә ҡарашты үҙгәрткән һәм һөҙөмтә: 2021 йылдың 1 ғинуарына төҙөлөп бөтмәгән объекттар һаны 2075-кә тиклем кәмегән. Республика илдә позицияһын яҡшыртҡан. Әммә был ҡул ҡаушырып ултырырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Етәкселек эҙмә-эҙлекле рәүештә мәсьәләне хәл итә бара. Айырыуса социаль мөһим объекттар ваҡытында төҙөлөргә тейеш. Мәҫәлән, Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында поликлиника төҙөлөшө туҡтатылған. Андрей Назаров был эш буйынса кәрәкле документтарҙы әҙерләргә ҡушты. муниципалитеттар етәкселәренә эштәрҙе контролләргә ҡушылды.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.