Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 13:40

Тиҙ ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәктәр

Балалар-йәштәр дини берекмәләренән 200 дин әһеле һәм педагог Президент гранттары фонды ярҙамында урындағы “Флагман” мосолман дини ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырылған “Алтын минуттар” проекты сиктәрендә тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк.

Тиҙ ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәктәр
Тиҙ ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәктәр

“Флагман” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, имам-хатип Алмаз хәҙрәт Вәлиевтың әйтеүенсә, күп осраҡтарҙа мәсеттәрҙә лә тәүге медицина ярҙамын күрһәтергә тура килә.

- Һәр минут иҫәптә булғанда юғалып ҡалмау мөһим. Парамедицинала "Алтын минуттар" тигән төшөнсә бар - был үтә мөһим 3-5 минут. Уның дауамында кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу мөмкинлеге ҡала әле. Беҙҙең проектта ҡулланма тренингтар бар, улар барышында мәсет имамдары һәм хеҙмәткәрҙәре тренажерҙа тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк, - ти ул.  Уның һүҙҙәренсә, мәктәпкә имамдар ғына түгел, ә башҡа конфессияларҙың дин әһелдәре, йәштәр активистары, ирекмәндәр ҙә йөрөйәсәк. Улар, тренингты үтеп, кисектергеһеҙ хәлде айырырға өйрәнәсәк һәм ашығыс ярҙам килгәнсе беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен аласаҡ. Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, диндарҙарҙың  күпселеге (78,4%) тәүге ярҙам күрһәтеү алымдарын тулыһынса белмәй.

   Проект "Хәүефһеҙлек мәктәбе" бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла. Уҡытыу Башҡортостандың бер нисә зонаһын үҙ эсенә аласаҡ. Курстарҙа ҡатнашырға һәм ярҙам итеү техникаһына өйрәнергә теләүселәр БР мосолмандары Диниә назаратының урындағы мәсетенә мөрәжәғәт итә ала. Алынған ғаризаларҙың географияһын иҫәпкә алып, райондарға барыу программаһы төҙөләсәк.

 

Фото: tuapsevesti.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: