Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 12:10

Төбәктә сысҡан биҙгәге менән ауырыу өс тапҡырға артҡан

Башҡортостанда йыл башынан сысҡан биҙгәге менән ауырыу осраҡтары өс тапҡырға артҡан. Был хаҡта 7 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың Баш санитар табибы Анна Казак хәбәр итте.

Төбәктә сысҡан биҙгәге менән ауырыу өс тапҡырға артҡанТөбәктә сысҡан биҙгәге менән ауырыу өс тапҡырға артҡан
Төбәктә сысҡан биҙгәге менән ауырыу өс тапҡырға артҡан

- Йыл башынан 24 ауырыу осрағы теркәлгән. Былтыр ошо уҡ осорҙа туғыҙ осраҡ булған, ауырыусылар һаны өс тапҡырға  артҡан. Күҙаллауҙар буйынса, сирләүселәр күбәйер, тип көтәбеҙ, сөнки кимереүселәрҙең үрсемсе күбәйеүе ихтимал, - тип хәбәр итте Роспотреб етәксеһе.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас