Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтты контролләүҙе көсәйтергә ҡушты.
2022 йылда был маҡсатҡа 5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, 74 йортта 256 лифт, 28 ҡыйыҡ яңыртыласаҡ һәм башҡа 773 төр эш башҡарыласаҡ. Йорттарҙың фасады, һыу, йылылыҡ, газ, электр менән тәьмин итеү, канализация коммуналь системалары ремонтланасаҡ. Өфөнөң Ленин һәм Ҡулса урамдарындағы мәҙәни мираҫ объекттарын ремонтлауҙы махсус подрядсы ойошмалар башҡарасаҡ. Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы директоры Павел Сафонов ремонт эштәрен сифатлы башҡарыу өсөн һәр ерҙә лә видеокамералар ҡуйылыуы хаҡында белдерҙе.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы етәкселегенә капиталь ремонтлау барышын күҙәтергә, видеокамераларҙы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерергә ҡушты.
– Һеҙҙең сығышығыҙ ваҡытында хәбәр килеп етте, һеҙ әле генә һөйләгән видеокамераларҙың эшләмәүен әйттеләр. Үҙегеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ҡарата яуаплы булығыҙ, зинһар. Шулай уҡ ҡыйыҡтарҙы ремонтлаған подрядсы ойошмаларҙы ҡәтғи контролдә тотоғоҙ. Фатирҙарҙы һыу баҫыу осрағы ҡабатланырға тейеш түгел, – тине республика етәксеһе.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы төҙөлөш материалдарына хаҡтар артыу сәбәпле, 2023 йылға финанслауҙы алдан билдәләргә ҡушты.
– Былтырғы хаталарҙы һәм иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып, йылды яҡшы ғына башланыҡ. Бөтә ремонт эшен дә сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу мөһим. Йорттарҙы капиталь ремонтлау, подъездарҙы яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү – йәмғиәттәге иң нескә темаларҙың береһе. Халыҡ уларға шунда уҡ иғтибар итә – ҡайһы ваҡыт ыңғай, хаталар булған осраҡта кире рәүештә. Был эштә бик иғтибарлы булырға кәрәк.