-4 °С
Болотло
Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк (ВЦИОМ) белгестәре иҫәпләп сығарыуынса, халыҡтың 19 проценты иң килемле эш сәйәсмәндеке икәнен белдергән. Халыҡтан бер нәмәне лә йәшереп булмай. Программист менән бизнесмен да күп килем алып эшләй, тип уйлаусылар 13 процент (һәр һөнәр буйынса).
Йәнә 11 проценты - юристарҙы, 10 проценты банкирҙарҙы атаған. Нефтселәр менән медиктар ҙа килемле һөнәр эйәләре. Уларҙы һорашыуҙарҙа ҡатнашҡан халыҡтың 10 проценты әйткән.
Бына хәҙер хыялланып ултыр инде – нүжәли мин сәйәсмән була алмайым?!
Фото: РИА-Новости.