Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 10:45

Көн торошо

Башҡортостан гидрометеорология үҙәге 7 һәм 8 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала көндәрҙең һалҡын тороуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ булыуы хәбәр ителә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн һауа температураһы көндөҙ – 5–10, урыны менән 15 градусҡа тиклем һалҡын. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын.

8 февралдә лә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә – 9-14 градус һалҡын, аяҙытҡанда 16–21, көндөҙ – 5–10, урыны менән 15 градусҡа тиклем һалҡын.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: