Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 16:36

Ике меңдән ашыу кеше ковид менән сирләгән

Башҡортостанда тәүлек эсендә  2 103 кешелә  COVID-19 диагнозы раҫланған.

Ике меңдән ашыу кеше ковид менән сирләгән
Ике меңдән ашыу кеше ковид менән сирләгән

 Был бер тәүлектәге ауырыу күрһәткесе буйынса сираттағы антирекорд.  Пандемия башланғандан алып бөтәһе    143 377  кешенең ПЦР-тесы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән.

Ҡыҙғансыҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә мәкерле сир алты кешенең ғүмерен өҙгән.  Республиканың вирус ҡорбандары исемлегендә әлеге   4 838 кеше.

Әлеге көнгә республикала    2 392 331 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән,   2 229 856  кеше тулыһынса вакциналанған.   12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 2220 үҫмер прививкаланған.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: