-2 °С
Ясна
Күптән түгел оҫта ҡуллы хеҙмәттәшебеҙ «Поморҙарҙың кочы» тигән боронғо караптың күсермәһен яһап, барыбыҙҙы ла һоҡландырғайны. Әле ул 1736-1737 йылдарҙа император флотында хеҙмәт иткән судноны эшләгән. Айбулаттың яңы эше Өфөлә Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.
Айбулаттың һөйләүенсә, карапты ҡороуға бер ай самаһы ваҡыт талап ителгән. Экспозиция мәктәп уҡыусыларына Арктиканы үҙләштереү, судно төҙөү һәм ремонтлау дәрестәрендә өлгө булараҡ күрһәтеләсәк.
Уңыштар, Айбулат! Тағы ла ҙурыраҡ үрҙәрҙе яуларға насип булһын!