Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 17:35

Өфө күгендә – ғәҙәттән тыш хәл

Самолет пилотына һуңғы сараларҙы ҡабул итергә тура килә

Өфө  күгендә –  ғәҙәттән тыш хәл
Өфө күгендә – ғәҙәттән тыш хәл

 “Когалым – Өфө” маршруты буйынса осҡан самолет экипажы двигателгә бәйле проблема булыуы тураһында хәбәр итте.

6 февралдә иртән «Өфө» аэропортында диспетчер менән бәйләнешкә сыҡҡанда һауа судноһы экипажы, «ПАН» ашығыс сигналын иғлан итеп, уң двигателгә бәйле проблема тыуыуы тураһында хәбәр итә.

«Авиаинцидент» тураһындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, проблеманы асыҡлау өсөн көтөү зонаһына барыу үтенесе килгән, ләкин өс минуттан «ПАН» ашығыс сигналы туҡтатылған. Һауа судноһы капитаны ғәҙәти режимда ултырырға инеүҙе һораған. 10 минуттан самолет Өфө аэропортына имен-аман килеп төшә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: