Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 12:33

Өфө – Ҡазан араһы, йырлап ҡына уҙаһы

Тиҙҙән ике туғандаш ҡала араһында юғары тиҙлекле поезд йөрөй башлаясаҡ. 

Өфө – Ҡазан араһы, йырлап ҡына уҙаһы
Өфө – Ҡазан араһы, йырлап ҡына уҙаһы

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Өфө һәм Ҡазан араһында экспресс-поезд ебәреләсәген белдерҙе. 10 йыл самаһы элек бындай рейс булған, әммә кәрәкһеҙ тип табылып ябылған.

«Милли орнамент, башҡорт һәм татар биҙәктәре менән биҙәлгән бик матур поезд буласаҡ. «Рәсәй тимер юлдары»нан коллегаларыбыҙға рәхмәт», - тине Радий Хәбиров.

Яңы тимер юл бәйләнешенең үҙенсәлектәре хаҡында Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев һөйләне.

«Юлға яҡынса 15 сәғәт ваҡыт китә. Әммә беҙ 12 сәғәтлек рейс асырға иҫәп тотабыҙ. Бынан алдағыһы 21 сәғәт йөрөй ине һәм кәрәкһеҙ тип табылып ябылды. Поезд кискә Өфөнән сыға һәм иртәнсәккә Ҡазанға барып етә», - ти Вячеслав Дмитриев.

Бынан тыш, «Көнсығыш экспресс» проектына ярашлы, Сибайға юғары тиҙлекле поездар йөрөтөү ҡарала. Шулай уҡ кәңәшмәлә Өфө тимер юлы ҡулсаһын төҙөү, «Көнбайыш экспресс» поезы пассажирҙарын автобустар менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: