Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 11:05

Был төндә Иглин районында ҡот осҡос фажиғә

Унда ике кеше һәләк булды.

Был төндә Иглин районында ҡот осҡос фажиғә
Был төндә Иглин районында ҡот осҡос фажиғә

Янғынды һүндереү барышында ҡотҡарыусылар уларҙың кәүҙәләренең өлөштәрен тапҡан.

Иглин районының Оло Теләк ауылында 7 февралгә ҡарай төндә бер ҡатлы йорт янған. Был хаҡта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр иттеләр.

Янғын һөҙөмтәһендә ике фатирлы йорттоң ҡыйығы емерелгән, утты һүндереү барышында ҡотҡарыусылар ике кешенең кәүҙәһен тапҡан.

Әлеге ваҡытта уларҙың шәхестәре асыҡлана. Ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: