Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 21:30

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

31 ғинуарҙан алып 6 февралгә тиклем Башҡортостан юлдарында 34 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 46 кеше яраланған.

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары
БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

21 машина бәрелешкән;

8 йәйәүле төрттөрөлгән, тапалған.

15 096 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән;

220 иҫерек водитель тотолған;

242 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған;

332 ата-әсә балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған;

531 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

493 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

145 водителдең алдан һалынған штрафты түләмәгәне асыҡланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: