Социаль селтәргә Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы тимер юлында өлөштәргә бүленгән мәйет табылған. Шаһит уны видеоға ла төшөргән.
- Үле кеше табылды. Состав бүлгән. Уның бында күпме ятыуын белмәйем. Вагондар аҫтына инмәгеҙ! – ти ролик авторы.
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө линия идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә 6 февралдә кис көнө теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәт буйынса, һәләк булған кеше – 69 йәшлек ир – иҫке вокзал ҡаршыһындағы тимер юл аша тыйылған урындан сығып барған. Был ваҡытта ир йөк поезы аҫтында ҡалған. Алынған йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән биргән.
- Әлеге ваҡытта Аксаков станцияһында полицияның линия бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре алып бара, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана, – тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Т. Аманов