-6 °С
Болотло
1863 йылдың 7 февралендә Америка инженеры Алан Крей (ниңә Грей тип яҙғы килә ул?) янғын һүндереү өсөн бер ҡоролмаға патент ала. Әлеге "тыуған көн" шул ваҡыттан һанала.
Уға тиклем дә ниндәйҙер саралар уйлап сығарған булғандар: быяла колбалар, һыулы мискәләр, калий иретмәһе менән махсус һауыттар, һабынлы иретмәләр һ.б.
Рәсәйҙә XIX быуатта Шефталь исемле бер уйлап табыусы “Пожарогаз” тигән шартлатҡыс ут һүндергес эшләй. 1904 йылда Лоран атлы инженерыбыҙ күбекле ут һүндергес уйлап таба.
Нисек кенә булмаһын, кеше электән үҙенсә утҡа ҡаршы көрәшкән. Иң мөһиме: янғын сыҡмаһын!
Фото: Т. Аманов.