Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2022, 22:05

22 йәшлек Өфө ҡыҙы Башҡортостан ЮХХДИ-на ришүәт биреү тураһында эш фигуранты булды

Ул шартлы срок менән хөкөм ителде.

22 йәшлек Өфө ҡыҙы Башҡортостан ЮХХДИ-на ришүәт биреү тураһында эш фигуранты булды
22 йәшлек Өфө ҡыҙы Башҡортостан ЮХХДИ-на ришүәт биреү тураһында эш фигуранты булды

Өфөнөң Совет район суды 22 йәшлек ҡатынды 1 йыл да 6 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙ ЮХХДИ инспекторына ришүәт биргәне өсөн хөкөм ителә.
Был хаҡта бөгөн, 7 февралдә, Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Ведомство версияһы буйынса, 2018 йылдың ғинуарында ул таныш автомәктәп инструкторынан уға машина йөрөтөү буйынса имтихан тапшырырға ярҙам итеүен һорай. Ул иргә 12 мең һум аҡса күсерә, ә тегеһе уның бер өлөшөн - 10 мең һумын - БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ-ның Район-ара теркәү-имтихан бүлеге инспекторына тапшыра.

- Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таныманы. Суд уға 1 йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә 1 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итеү кеүек яза билдәләгән. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәне, - тип һөйләнеләр ведомствола.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: