Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 10:22

Яран гөлөнөң шифалы үҙенсәлектәре

Яран гөлөнөң  дауалау үҙенсәлектәре тураһында Урта быуаттарҙа уҡ билдәле булған.

Яран гөлөнөң шифалы үҙенсәлектәре
Яран гөлөнөң шифалы үҙенсәлектәре

 

 Унан әҙерләнгән препараттар һынған һөйәктәрҙе бөтәштерергә ярҙам итә, тип иҫәпләнгән. Халыҡ медицинаһында уның төнәтмәһен диабеттан, диареянан, бөйөр, бауыр ауырыуҙарынан, йөрәк тибеше көслө булғанда, ревматизмдан, шулай уҡ баш ауыртыуынан, бөйөрҙә таш булғанда һәм ҡанды туҡтатыу сараһы булараҡ ҡулланғандар. Ҡайһы бер халыҡ табиптары яранды онкологияны киҫәтеү һәм дауалау өсөн файҙалана. Был гөлдөң антисептик, йәбешкәклек, тонусты күтәреү, бабасыр төшөрә торған үҙенсәлектәре лә бик юғары баһалана.

Төнәтмә әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы яран япрағына ике стакан ҡайнап бүлмә температураһына тиклем һыуынған һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдыралар.  Иртәгәһенә көн дауамында әҙ-әҙләп йотомлап  эсергә кәрәк.

Ҡан баҫымын нормаға килтереү өсөн яран япрағын беләҙектәге пульсҡа ҡуйырға мөмкин. Невралгиянан яңы ғына өҙөп алынған гөл япрағы ауыртҡан урынға ҡуйыла, өҫтөнән етен туҡыма ябып, йылы шарф менән бәйләп ҡуйыла. Был осраҡта япраҡты бер нисә тапҡыр алмаштырырп торорға кәрәк. Отит ваҡытында яран япрағын ҡолаҡҡа ҡуйырға мөмкин. Экземаны дауалау өсөн бер нисә япраҡты  һыуҙа 5-7 минут ҡайнатырға, һуңынан шул ҡатнашманан  ауыртҡан урынға сылатҡыстар ябырға мөмкин.

Арығанда, деперессиянан, баш ауыртҡанда яран гөлөн еҫкәү  кәрәк.  Бының өсөн гөлгә ҡағылыу ғына ла етә, йәиһә бер япрағын алып бармаҡтар араһында ыуаларға мөмкин. Йоҡо тыныс булһын өсөн  бер-нисә көршәк яран гөлөн йоҡо бүлмәһендә тоторға кәңәш ителә.

  Яран гөлөн косметологияла ла ҡулланалар. Ҡайнап һыуынған һыуҙа әҙерләнгән яран төнәтмәһе менән  майлы, төрлө һытҡылар баҫҡан битте йыуһаң бик яҡшы һөҙөмтә бирә.

Яран майы күҙәнәктәрҙе яңыртып, йәшәртеү көсөнә эйә. Бының өсөн дарыуханала һатылған ярандың эфир майын бер тамсы төнгөлөккә биткә һөртә торған кремға ҡушырға кәрәк. Бер аш ҡалағы зәйтүн майына бер тамсы  яран гөлө майын ҡушһаң, янған урындың эҙемтәләрен, сабыртмаларҙы  бөтөрөргә ярҙам итә.    

Яран гөлөн йортто кире энергиянан һаҡлаусы тылсымлы үҫемлек булараҡ та үҫтерергә мөмкин. Шулай уҡ ул өй эсендәге һауаны хәҙерге заман биҙәү материалдары, газ приборҙары  бүлеп сығарған ағыулы матдәләрҙән, микробтарҙан да таҙарта. Кем дә кем үҙенең икенсе яртһын эҙләй,  сихырсылар  алһыу төҫтәге яран гөлө,  ә кемдәр бала тураһында хыяллана ағын үҫтерергә кәңәш итәләр.  Ярандың һәр төҫө лә көс, яҡшы кәйеф, күңел тыныслығы алырға ярҙам итә. Яран еҫен серәкәйҙар, себендәр, көйә һәм сыҡан яратмай.

Яран гөлөн үҫтереү ауыр түгел. Ҡояш төшкән тәҙрә төбөнә ҡуйыу ҙа етә, ә яҙғыһын балконға сығарырға мөмкин. Был гөл һыу ярата, әммә тупрағы кипкәс кенә һыу ҡойорға кәрәк. Яран гөлөн һауытына һыймай башлағас ҡына күсереп ултырытырға мөмкин.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: