Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 20:51

«Улымды табырға ярҙам итегеҙ!»

Башҡортостанда 25 йәшлек Руслан Әхмәтовты дүртенсе аҙна таба алмайҙар.

«Улымды табырға ярҙам итегеҙ!»
«Улымды табырға ярҙам итегеҙ!»

Бөтә республика буйынса эҙләүгә 1996 йылғы Руслан Әхмәтов иғлан ителгән. Унан дүртенсе аҙна бер хәбәр юҡ. Әсәһе «Лиза Алерт» ирекмәндәренә мөрәжәғәт иткән.

«15 ғинуарҙа сығып киткәйне. Телефоны яуап бирмәй. Нефтекама ҡалаһында йәшәйбеҙ. Улымды табырға ярҙам итегеҙ, зинһар», - тип ҡайғыға батҡан әсә.

Билдәләре: буйы 180-185 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, һоро ҡыҫҡа сәсле, күҙҙәре һоро-йәшел. Ни кейгәне билдәһеҙ.

 Әгәр Русланды күреүселәр булһа, 8-800-700-54-52 йә 112 телефон һандары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: