Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 11:50

Пенсионерҙар балыҡ тоторға яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар клубын ойошторған

Ишембайҙа хаҡлы ялдағылар балыҡ тоторға яратыусылар клубын ойошторған.

Пенсионерҙар балыҡ тоторға яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар клубын ойошторған
Пенсионерҙар балыҡ тоторға яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар клубын ойошторған

Хәҙер аҙна һайын тиерлек улар, рюкзактарын һәм боҙ бырауҙарын алып, балыҡ тоторға һыу ятҡылыҡтарына юллана.
- Был байрамға йыйынған кеүек. Беҙ даими йөрөйбөҙ. Һауа торошо насар булһа йә иһә берәйһе бара алмаһа ғына был шөғөлдө кисектереп торабыҙ. Ә инде берешәр йәки икәүләп йөрөргә теләмәйбеҙ, беҙҙең төркөм бар, - ти балыҡ тоторға яратыусыларҙың береһе Ольга Егорова. Пенсионерҙарҙың үҙ йолаһы бар.
Боҙға сығыр алдынан, улар хужаһыҙ эт Анжеланы күстәнәстәр менән һыйлайҙар.
Пенсионерҙар командаһы ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса район ярыштарында ла еңеү яулаған.

Балыҡтың күпселек өлөшөн таныштарына тараталар. Балыҡсылар пенсияла тормош башлана ғына, ти өлкән йәштәгеләр.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: