Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 18:00

Мышыны атҡан өсөн яуап бирәсәк

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге полиция хеҙмәткәрҙәре мышыға законһыҙ һунар итеп,  айырыуса ҙур зыян килтергән 55 йәшлек Әүжән ауылы кешеһен тотҡан.  

Мышыны атҡан өсөн яуап бирәсәк
Мышыны атҡан өсөн яуап бирәсәк

Ҡулға алынған ирҙең аңлатыуынса, ул урманда бер нисә көн элек йылҡы өйөрөнән айырылып ҡалған аттарҙы эҙләп йөрөгән. Ошо ваҡытта ул  алыҫтан мышыны күреп ҡалған да, насар ниәте барлыҡҡа килгән. Ир мылтығынан дүрт тапҡыр атҡандан һуң яралы хайуан ҡасып китергә маташҡан. Ҡурсаулыҡ биләмәһенә барып еткәс, браконьер яуаплылыҡтан ҡурҡып, тиҙ арала китә һалған.

 Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 258-се статьяһында ҡаралған енәйәт составы билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

 

 

Фото: http://www.sobkor02.ru/news/incident/28833/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: