Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 11:50

Кисә мөрәжәғәт иткәндәр, шул көндө үк барыһы ла хәл ителгән...

ЦУР Башҡортостан хәбәр итә: кисә Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә коммуналь авария булған.

Кисә мөрәжәғәт иткәндәр, шул көндө үк барыһы ла хәл ителгән...
Кисә мөрәжәғәт иткәндәр, шул көндө үк барыһы ла хәл ителгән...

Өфө йылғаһы яр буйы урамындағы 19-сы йортта һыу торбаһы шартлаған, етмәһә, ҡарҙы ла көрәмәйҙәр икән. Республика менән идара итеү үҙәгенә (ЦУР) ошо турала ялыу килеү менән проблема буйынса эш башланған - “Өфөводоканал” бригадаһы авария эҙемтәләрен бөтөргән, һыу бирелгән, ҡар көрәлгән.

ЦУР хеҙмәткәрҙәре, коммуналь хеҙмәттәр ял тимәй, ни тимәй, һәр саҡ эш өҫтөндә, тип яҙалар үҙәктең социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

Фото: ЦУР Башҡортостан.

Кисә мөрәжәғәт иткәндәр, шул көндө үк барыһы ла хәл ителгән...
Кисә мөрәжәғәт иткәндәр, шул көндө үк барыһы ла хәл ителгән...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: