Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 19:36

Ишембайҙа табиптар ни өсөн эштән ебәрелгән?

Ошо көндәрҙә Ишембай дауаханаһының бер төркөм табибы хеҙмәт хаҡы һәм эш шарттары менән риза булмай, «итальян ихтилалы» иғлан иткәйне.

Ишембайҙа табиптар ни өсөн эштән ебәрелгән?
Ишембайҙа табиптар ни өсөн эштән ебәрелгән?

«Пандемия осоронда беҙҙең иңдәргә саманан тыш ауыр йөк төштө, ике кешенең эшен бер хеҙмәткәр атҡарырға мәжбүр, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт шарттары насар, эш хаҡы бик түбән», - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдергәйне аҡ халатлылар.

Ошо көнгәсә табиптар барлыҡ эшен законға ярашлы башҡарған, әммә ғәҙәттәге артығына тотонмаған. Күп кенә белгестәр Ишембай табиптарының аҙымын диверсияға тиңләгәйне. Әммә кисә ошо билдәле булды: өс шәфҡәт туташы эштән ебәрелгән. «Действие» һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюзы ҡарар менән риза түгел. Профсоюз белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәр уйлап сығарылған сәбәптәр буйынса эштән бушатылған.

Мәҫәлән, фельдшерҙар Альбина Абдрахманова һәм Вера Высогорец ял көнөндә эшкә сыҡмаған өсөн ҡыҫҡартылған. Аҡ халатлылар иһә ял көнөндә эшкә сығыу тураһында бер ниндәй ҙә бойороҡ сығарылмауы тураһында белдерә. Баҡһаң, тейешле документ уларға почтанан ҡағыҙ рәүештә ебәрелгән булған. Шулай уҡ табип Рәмил Рәжәпов та юҡ-бар сәбәп арҡаһында эшһеҙ ҡалған. Йәнәһе лә, фельдшер ярҙам күрһәтеүгә дефибрилляторһыҙ барған. Рәмил Рәжәповтың үҙе менән портатив дефибрилляторы булыуын бер кем дә иҫәпкә алмаған. Ирҙең хәлде аныҡлап аңлатыуы ла ярҙам итмәгән...

«Действие» профсоюзы РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығына ғариза ебәргән. Улар ошо юл менән ғәҙеллеккә өлгәшергә теләй.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: