Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 12:45

Иң мөһиме: кеше именлеге

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров экологик хәл-торошҡа бәйле кәңәшмә үткәрҙе.

Иң мөһиме: кеше именлеге
Иң мөһиме: кеше именлеге

Видеоконференция тәртибендә барған ултырыш Өфө ҡалаһы һәм районы, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы экология мәсьәләһенә арналды.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, халыҡҡа уңайлы һәм имен мөхит булдырыу өсөн республикалағы һәр структура һәм ҙур предприятиеның үҙ-ара бәйләнешен берләштереү мөһим.

Бөгөнгө хәл-торош менән БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров таныштырҙы. Министр әйтеүенсә, 20 ғинуарҙан алып, үрҙә аталған ҡалаларҙа имен булмаған метеошарттарҙың беренсе режимы билдәләнгән. Һуңынан ул икенсе режимға күсерелеп, 30 ғинуарғаса дауам иткән. Был метеошарттар атмосфераның ергә яҡын ҡатламында бысраҡ матдәләр тупланыуына булышлыҡ итә. Контролләү өсөн төрлө урындан өлгөләр алына.

Һуңғы ваҡытта халыҡ та һауалағы ауыр еҫкә күп зарлана. Мәҫәлән, "Инцидент-менеджмент" системаһына 186 ялыу килгән. Улар буйынса тикшереүҙәр булған һәм бара.

Андрей Назаров БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына барлыҡ ведомство эшен берләштерергә һәм атмосфера һауаһы сифатын тикшереү буйынса система булдырыу тәҡдимен индерергә ҡушты. Һәр яуаплы ведомство һауа таҙалығын даими мониторингыларға тейеш.

Мөхиткә кире йоғонто яһаған 1-се категориялы предприятиелар бысраҡ матдә сығарыу кимәлен кәметеү буйынса комплекслы саралар алып барырға бурыслы.

Киләһе кәңәшмә мартта үтә һәм эш һөҙөмтәләре барланасаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.



Иң мөһиме: кеше именлеге
Иң мөһиме: кеше именлеге
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: