0 °С
Болотло
Пермь крайында Башҡортостандан 37 йәшлек вахтасы Наил Яҡупов хәбәрһеҙ юғалған. Был турала 5 февралдә хеҙмәттәше Анастасияға һылтанып «КП-Пермь» хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, юғалған егет Железнодорожный ҡасабаһында эшләгән һәм йәшәгән, ә ғинуарҙа ҡуртымға алған фатирға күскән. 23 ғинуарҙан алып ир эшкә сыҡмай һәм туғандарына шылтыратыуҙан туҡтай. Уның телефоны һүнгән. Уның тураһында ике аҙна инде билдәле түгел. Ярҙам һорап ирекмәндәргә мөрәжәғәт иттем, ә Наил эшләгән предприятие етәкселеге полицияға ғариза яҙҙы, тип өҫтәне Анастасия.
Фото: Т. Аманов