+12 °С
Болотло
Суд материалдарынан билдәле булыуынса, ике ирҙең ҡыҙыу һөйләшеүҙәре һуғыш менән тамамланған. Уларҙың береһе көслөрәк булып сыҡҡан. Уның тос йоҙроҡтары эләккәндән һуң дошманының баш һөйәге бер нисә урындан һынған һәм баш мейеһе һелкенгән, бите боҙолған, күҙ алмаларына зыян килгән, уларҙы пластик хирург скальпеле генә төҙәтә ала. Балтас судының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, боласы ир үҙенең ғәйебен таныған һәм хатта үкенгән. Һөҙөмтәлә ир шартлы срокка өс йылға иркенән мәхрүм ителә һәм уны 200 мең һум күләмендә әхлаҡи компенсация түләргә мәжбүр иткәндәр.
Фото: Т. Аманов