Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 11:21

Бөгөн – Бөтә донъя мобиль телефондан баш тартыу көнө

Юҡ, булмаҫ! Ә, бәлки?.. Һүндереп ҡуяйыҡмы?

Бөгөн – Бөтә донъя мобиль телефондан баш тартыу көнө
Бөгөн – Бөтә донъя мобиль телефондан баш тартыу көнө

Бөгөн беҙ телефонһыҙ тора алмайбыҙ кеүек. Бәғзеләр телефон тотоп йоҡлап китә лә, уянғас та, социаль селтәрҙәрҙе байҡай һала. Йәнәһе, донъянан артта ҡалып ҡуймайым...

Мобиль телефон беҙҙең тормошҡа күберәк файҙа килтерҙеме, зыянмы? Дөрөҫ яуап биреүе ҡыйын, әлбиттә. Кемдәрҙер тик файҙаһын ғына күрә, кем өсөндөр ваҡытты бушҡа исраф итеү әйбере кеүек.

Шулай ҙа бөтә донъяла мобиль телефонһыҙ бер көн йәшәү (йәшәп ҡарау) маҡсатында унан баш тартыу датаһы булдырылған. Хәйер, Ер йөҙөндә телефонһыҙҙар ҙа етерлек инде.

Әйткәндәй, махсус көндө булдырыу идеяһы авторы француз журналисы һәм әҙәбиәтсеһе Фил Марсо икән. Ул 2001 йылда уҡ шундай фекерен еткергән. Беҙҙә иһә ул йылдарҙа мобильник саҡ таралып ҡына килә ине.

Шулай итеп, бөгөн телефондан баш тартып торабыҙмы? Кем әйтмешләй, как раз ял көнө...

Фото: vk.com

Бөгөн – Бөтә донъя мобиль телефондан баш тартыу көнө
Бөгөн – Бөтә донъя мобиль телефондан баш тартыу көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: