Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 14:28

Аяҡтағы бәшмәк ауырыуын нисек бөтөрөргә?

Бәшмәк инфекцияһын дауалау еңел түгел. Ғәҙәттә, бер нисә курс үтергә тура килә.   

Аяҡтағы бәшмәк ауырыуын нисек бөтөрөргә?
Аяҡтағы бәшмәк ауырыуын нисек бөтөрөргә?

*Аяҡ бармаҡтарында бәшмәк булғанда һалҡынса һыуҙа тоҙ менән аш содаһын эретеп, үксәләрҙе шул һыуға тығып, ярты сәғәт тирәһе ултырырға. Һуңынан аяҡтарҙы таҙа һыу менән йыуып ҡороторға.

*Аяҡтарҙы яҡшы итеп йыуырға һәм үксәне шарап һеркәһенә тығырға. Йоҡлағанда һеркә һеңдерелгән таҙа ойоҡбаш кейеп йоҡларға.

*Бер ус бөтнөк үләнен онтап, тоҙ менән бутарға һәм бер сәғәткә аяҡ бармаҡтары араһына һалырға.  Был процедураны бәшмәктәр юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡабатларға мөмкин.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: