Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль 2022, 16:40

Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдар.

Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн

Бер стакан кипкән имән сәтләүеген ит турағыс аша үткәреп, 1,5 литр һыу ҡойоп, талғын утта  30 минут ҡайнатығыҙ һәм  бер тәүлек төнәтегеҙ. Шунан йәнә 30 минут ҡайнатығыҙ һәм бер тәүлек төнәтегеҙ. Һуңынан һөҙөп алып, 200 г араҡы өҫтәп, яҡшылап болғатығыҙ. Дарыуҙы һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Дауаланыу өсөн ике аҙна дауамында көнөнә өс йотом эсергә кәрәк.  Шунан анализдар тапшырып ҡарағыҙ. Әгәр ҙә ҡандағы шәкәр кимәле кәмемәгән булһа, бер аҙна ял иткәндән һуң, тағы ике аҙна эсергә мөмкин.

Әгәр бауырығыҙ ауыртһа

 Бәләкәй майонез банкаһы менән бал алып, һыу менән шыйыҡ кефир хәленә еткәнсе шыйыҡлатырға. Шуға порошок итеп онталған 0,5 кг әстерхан сәтләүеген ҡушып, яҡшы итеп болғатырға. Ошо дарыуҙы ике аҙна буйы иртән ас ҡарынға өс  ҡалаҡ эсергә. Шунан бер аҙна ял итеп торорға ла йәнә ике аҙна эсергә.

Фото:.Т.Аманов.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: