Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2022, 00:01

"Яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны"

Салауат ҡалаһында муттар "Яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны" тип дүрт кешене алдаған.

"Яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны"
"Яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны"

86 йәшлек әбейгә муттар шылтыратып, "ейәнсәрегеҙ йәйәүлене тапаны, уға ҡарата енәйәт эшен астырғығыҙ килмәһә, аҡса түләгеҙ" тип ҡурҡытҡандар. Әбей өйҙә булған 130 мең һумды аҡса артынан килгән иргә тоттороп сығарған. Ләкин шылтыратыуҙар туҡтамаған. Шылтыратыусы ир банкта һаҡланған бөтә аҡсаны алып, уға биреүҙе талап иткән. Оло кеше ялған "полиция хеҙмәткәрен" тыңлап, 700 мең һум аҡсаһын иҫәптән алып биргән. Һуңынан ғына ейәнсәренең имен-аман булыуын, бер ниндәй бәләгә тарымауын белгән.

87 йәшлек ҡатынды - 100 мең һумға, тағы ла ике пенсионерҙы 146 мең һәм 400 мең һумға алдағандар.

Оло йәштәге яҡындарығыҙҙы иҫкәртеп ҡуйығыҙ - алдана күрмәһендәр!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: