– Ниңә һин үҙеңде шундай ғазаптарға дусар итәһең? – тип һораған унан.
– Мин балаларымдың һәм ейән-ейәнсәрҙәремдең бәхете өсөн яфа сигәм, – тип, саҡ телен ҡыбырлатып, яуап ҡайтарған теге кеше.
Аҡыл эйәһе аптыраулы ҡарашын төбәгәс, тағы былай тип өҫтәгән:
– Ҡарт олатайым ғүмер буйы олатайымдың бәхете өсөн тырышып, ыҙа сиккән, олатайым, атайымдың бәхетле булыуын теләп, аҙапланған, атайым минең өсөн ғазапланды... Мин иһә балаларым һәм ейәндәрем бәхетле булһын өсөн ғүмер буйы ошолай ауыр йөк ташырмындыр, ахыры...
– Ә һинең ғаиләңдә берәйһе бәхетле булдымы? – тип һораған аҡыл эйәһе.
– Юҡ, әммә балаларым һәм ейәндәрем мотлаҡ бәхетле буласаҡ! – тип яуаплаған бәхетһеҙ кеше.
Шул саҡ аҡһаҡал әйтеп ҡуйған:
– Белемһеҙ башҡаларҙы уҡырға өйрәтә алмаясаҡ, һуҡыр сысҡан да бөркөт тәрбиәләмәй! Тәүҙә үҙең бәхетле булырға өйрән, шул саҡта балаларыңды һәм ейәндәреңде нисек бәхетле итергә икәнен аңларһың!
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.