-7 °С
Болотло
Һуңғы 20 йылда кәрәҙле (мобиль) телефон иҫәбе 100 тапҡырға артҡан. Һәр кешегә уртаса ике мобильник тура килә.
Өйҙәге стационар телефондар һаны кәмей: элек һәр биш кешегә бер аппарат тура килһә, хәҙер 10 кешегә – берәү.
Таксофондар ҙа әҙәйҙе. Һуңғы биш йылда телефон-автоматты ҡулланыуҙан алынған килем 90 процентҡа кәмегән. Нимәһе ҡыҙыҡ: төҙөк таксофондар ҙа 30 процентҡа әҙәйгән.
Фото: vk.com (“Росстат” төркөмө).