Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2022, 11:00

Һин тормошта оптимистмы әллә реалистмы?

Һүрәтте яҡшылап ҡара әле. Кемде иң беренсе күрҙең? Әбейҙеме, ҡыҙҙымы?

Һин тормошта  оптимистмы әллә реалистмы?
Һин тормошта оптимистмы әллә реалистмы?

Әгәр ҙә йәш ҡыҙҙы күрһәң, һин – оптимист кеше. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын, билдәләнгән юлыңдан тайпылмайһың. Хыялға ла бирелеүсәнһең. Үҙеңде бәхетле кеше тип һанайһың.

Һүрәттә әбей иң беренсе күренһә, һин – реалист кеше. Тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы реаль баһаларға күнеккәнһең. Хыялға бирелеп, ҡайҙалыр осоп  йөрөмәйһең. Бик тәжрибәле кешеһең, тирә-яҡтағы әйберҙәр тураһында тәнҡитле фекер йөрөтөргә әүәҫһең.

 

Фото: https://e-w-e.ru/bystryj-test-pomozhet-opredelit-kto-vy-po-zhizni-optimist-ili-realist/amp/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: