Радий Хәбиров юл төҙөлөшө буйынса 2024 йылға тиклем күҙалланған эштәрҙе атаны.
“Беренсенән, беҙ Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем трассаға яҡтыртҡыстар ҡуйҙыҡ. Уны этаплап тоҡандырасаҡбыҙ, тулыһынса 2022 йылдың йәй аҙағынаса тамамларбыҙ, йөрөүе хәүефһеҙерәк буласаҡ.
Икенсенән, трассаның 74-се километрында, Кәлсер тирәһендә ер ишелде. Әле участканы проектлайбыҙ, документтар экспертизала. 2022 йылда, 2023 йылдың башына ишелгән ерҙе бөтөрөрбөҙ. Унда ла дүрт һыҙат буласаҡ.
Башҡортостанға ҡайтыуымдың тәүге көндәренән үк Стәрлетамаҡты урап үтеү юлы проблемаһын хәл итәбеҙ. Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш юлы саты – ярайһы ҡатмарлы, авариялы трасса. Беҙ 23 иң проблемалы километрҙы проектланыҡ, документтарҙы экспертизаға тапшырҙыҡ, федераль финанслау мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Беҙҙең планда – быйыл был юлды эшләй башлау. Ашҡаҙарға тиклем дүрт һыҙат буласаҡ. Ул участканы киләһе йылда тамамларға ниәтләйбеҙ.
2024 йылға тиклем бына шундай пландар. Артабан күҙ күрер. Барығыҙға ла яҡшы юлдар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Һәм онотмағыҙ – һеҙҙе өйҙә көтәләр”, тип яҙған Радий Хәбиров “Бәйләнештә”.