Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2022, 18:56

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 90 йыл

Тик был юбилейын театр коллективы үҙенең сәхнәһендә билдәләй алмай.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 90 йыл
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 90 йыл

Сөнки ул реконструкцияға ябылды. Бина бик иҫкергәйне, 1976 йылда асылғандан бирле, бында капиталь ремонт булмаған.

- Юбилей датаһына беҙ шәп бүләк алдыҡ инде, - ти театр директоры Альберт Имаметдинов. – Барыһы ла белә, беҙ – Рәсәйҙә беренсе милли ҡурсаҡ театры. Быуындар күсәгилешлеген дә билдәләп үткем килә. Бөгөн бик ижади коллектив тупланған, йолалар һаҡлана, йәштәр ҡушыла. Репертуарыбыҙҙа 50-нән ашыу әҫәр. Социаль эште лә әүҙем алып барабыҙ. Реконструкциянан һуң, ижади проекттарға яңы мөмкинлектәр асыласаҡ.

Ремонтҡа федераль һәм республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Эш Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы объекттары исемлегенә ингән.

Театр бик матур буласаҡ. Унда 135 урынлыҡ Бәләкәй зал да эшләнә. Балалар кафеһы, уйын бүлмәһе, ижади студиялар төҙөлә. Бина ҙураясаҡ.

Әлегә ҡурсаҡ театры тамашалары Башҡорт дәүләт опера театрының Бәләкәй залында һәм Балалар филармонияһында үтә.

Фотола яңы театр макеты.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 90 йыл
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына – 90 йыл
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: