Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль 2022, 11:36

Бөгөн – Бөтә донъя “Нутелла” көнө

Уны иң тәүҙә 2007 йылда Италияла билдәләгәндәр. Итальяндарҙың ниндәй ҡыҙыу ҡанлы, ҡайнар йөрәкле икәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Бәлки, шул “Нутелла”ны ашағанғалыр әле...

Бөгөн – Бөтә донъя “Нутелла” көнө
Бөгөн – Бөтә донъя “Нутелла” көнө

Был тәмлекәстең тарихы былайырҡ: ҙур булмаған ҡалала йәшәүсе Пьетро Ферреро тигән йәш кондитерға атаһынан бер бәләкәй генә икмәк-булка кибете ҡала. Егет уны пекарня итеп үҙгәртә лә, татлыҡастар ҙа бешерә башлай. Халыҡҡа айырыуса «Джандуйо» тигән йомшаҡ батончик оҡшай. Уны какао майына ваҡланған урман сәтләүектәре ҡушып яһағандар икән.

Бер ваҡыт ҡала властары ниндәйҙер байрамға шул батончиктарҙы күптәп алырға булған. Көн ныҡ эҫе торғанлыҡтан, әҙерләнгән тәмлекәстәр бутҡаға әйләнгән дә ҡуйған. Ахырға Пьетро шул массаны икмәк телемдәренә һөртөргә тәҡдим иткән. Был пастаны ла халыҡ бик яратҡан. Тиҙҙән атамаһын алмаштырғандар – 1951 йылдан «Суперкрем» тип йөрөтә башлағандар. 1963 йылда иһә “Нутелла” булып киткән. Торараҡ ул бөтә донъяны яулап алған.

Нутелла” көнөндә төрлө ризыҡ дегустацияһы ла үтә икән. Беҙҙең илдә был тәмлекәс паста 1995 йылдан һатыла.

400 грамлыҡ банкала 30 – 40 грамм сәтләүек һәм бер стакан шыйыҡлатылған һөт бар.

Ә файҙаһына килгәндә, сәтләүектәрҙең һаулыҡҡа файҙаһын беләбеҙ. Тик самалап ашарға кәрәктер. Ҡушылмаларын да ҡарарға, бәлки, әллә нимәләр ҡушып сығараларҙыр хәҙер.

Бөгөн – Бөтә донъя “Нутелла” көнө
Бөгөн – Бөтә донъя “Нутелла” көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: