Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2022, 23:23

Юл фажиғәләре - 3 февраль

Кисә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, 13 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 3 февраль
Юл фажиғәләре - 3 февраль

Киске сәғәт етенселә Стәрлетамаҡ районында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 36 йәшлек ҡатын идара иткән "Volkswagen Jetta" менән Күмертауҙан 31 йәшлек ир идара иткән "Лада Калина" машиналары бәрелешкән. Аварияла "Volkswagen"дың пассажиры, 63 йәшлек ҡатын, яраланған. Шулай уҡ "Лада"ның да пассажирҙары - 31 йәшлек ҡатын менән уның өс айлыҡ сабыйы дауаханаға оҙатылған. 

Тәүлек эсендә ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 14 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 3 февраль
Юл фажиғәләре - 3 февраль
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: