Зиязов Нәзир Заһит улы (рус. Зиязов Назир Загитович; 9 июль 1946 йыл ) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт хеҙмәте һәм ауыл хужалығы ветераны.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы.
Нәзир Заһит улы Зиязов 1946 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Иҫке Ҡоҙаш ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1969 йылда, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Яңауыл районы «Урожай» колхозында инженер-механик булып башлай. 1969—1970 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғас, Яңауыл районы «Сельхозтехника» берекмәһенең өлкән инженеры, бүлек мөдире, технологик транспорт идараһының баш инженеры вазифаларында эшләй. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары. 1991 йылдан Яңауыл ҡалаһы һәм районының хакимиәт башлығы.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы була.