«Уҙған аҙнала ауырыусы балалар һаны уҡыусыларҙың дөйөм иҫәбенең 0,67 процентын тәшкил итһә, 4 февралгә был күрһәткес 1,9 процентҡа ғына күтәрелде, – тип аңлатты Айбулат Хажин. – Әммә уҡытыусылар күберәк ауырый – педагогтарҙың алты проценты тиерлек больничныйҙа. Муниципалитеттарҙың ҡарары буйынса, 216 мәктәп һәм 14 колледж карантинға ябылған. Баш ҡала мәктәптәренең яртыһы дистанцион уҡытыуға күскән».
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм район етәкселәренә уҡыу учреждениеларын карантинға ябыу эҙемтәләрен ныҡлап уйларға ҡушты.
«Балалар үҙҙәре генә өйҙә ҡала, ә уларҙың ата-әсәләре эштә. Уҡыусыларҙың өйҙә һәм урамда хәүефһеҙлек мәсьәләһе килеп тыуа, – тип иҫкәртте Радий Хәбиров. – Бер ҡарар ҡабул иткәндә, яңы килеп тыуыр проблемалар хаҡында ла уйлағыҙ».